17:25 (UTC+5), 19 Декабря 2025

Путин «Башинформ» журналисының Башҡортостан проекттары тураһында һорауына яуап бирҙе

Фото: скриншот / трансляция
Ксения Калинина
скриншот / трансляция
Фото: скриншот / трансляция

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы журналисы Ләйсән Закирова «Йыл йомғаҡтары» барышында Рәсәй президенты Владимир Путинға Башҡортостандан ялҡынлы сәләм тапшырҙы. Ул Тажикстанда индустриаль парк булдырыуҙа Башҡортостандың халыҡ-ара хеҙмәттәшлеге һәм тәжрибәһе тураһында һорау бирҙе.

«Хәҙер Тажикстанда Рәсәй-Тажикстан индустриаль паркы булдырыла. Рәсәй яғынан был проекттың операторы булып Башҡортостан сығыш яһай. Минең һорауым шундай: тағы ла ниндәй дуҫтарса мөнәсәбәттә булған илдәрҙә бындай майҙансыҡтар булдырылыуы ихтимал? Башҡортостанымдың тәжрибәһе ҡайҙа ҡулланылыуы мөмкин?» — тип һораны Ләйсән Закирова.

Рәсәй президенты Башҡортостандың үҫешкән технологик базаһын билдәләне.

«Беҙ бер нисә йыл инде Мысырҙа, Нил зонаһында ошондай структура менән шөғөлләнәбеҙ. Унда бик яҡшы майҙансыҡ бар. Беҙҙең хөкүмәт, сәнәғәт министрлығы һәм Мысырҙағы коллегаларыбыҙ, дуҫтарыбыҙ быға ҙур иғтибар бүлә. Был, минеңсә, Рәсәй өсөн дә, Мысыр өсөн дә етди иҡтисади һөҙөмтәләргә килтерергә тейеш. Беҙ башҡа бер нисә партнер-дәүләттәрҙә ошондай проекттарҙы ҡарайбыҙ. Һәм, һис шикһеҙ, Башҡортостан тәжрибәһе файҙаланыласаҡ. Дөрөҫөн әйткәндә, Тажикстанда технологик парк булдырыу буйынса проекттың ниндәй хәлдә икәнен белмәйем, ләкин үҫешкән технологик базаһы, сәнәғәт базаһы булған Башҡортостан алдына ҡуйған маҡсаттарына өлгәшер тип ышанам. Кәрәк икән, федераль хөкүмәттән һеҙгә ярҙам күрһәтеүен һорайым», — тип яуап бирҙе дәүләт башлығы тура бәйләнеш барышында. 

https://www.bashinform.ru/news/social/2025-12-19/vladimir-putin-zayavil-chto-bashkiriya-dobietsya-vseh-tseley-kotorye-stavit-4515178

скриншот / трансляция
Фото: скриншот / трансляция
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика