09:06 (UTC+5), 19 Декабря 2025

Башҡортостандан бишенсе класс уҡыусыһы президенттан бүләк һораған

Уҡыусының мөрәжәғәтен Башҡортостанда Халыҡ фронты вәкилдәре яуапһыҙ ҡалдырмаған.

Фото: Башҡортостанда Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты / матбуғат хеҙмәте
Инсаф Хужабиргәнов

Башҡортостандан Эмир Билалов «Владимир Путин менән йыл йомғаҡтары» программаһы редакцияһына мөрәжәғәт иткән. Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының төбәк бүлексәһе матбуғат хеҙмәтендә белдереүҙәренсә, йәш яҡташыбыҙ ил президентына һорау биреү мөмкинлеге тураһында MAX мессенджерынан белеп ҡалған һәм шунда уҡ үҙенең хыялы тураһында яҙып ебәргән.

«Мин «Теләктәр шыршыһы»на яҙырға теләгәйнем, әммә өлгөрмәнем. Шуға күрә туранан-тура Владимир Путинға мөрәжәғәт итергә булдым һәм ҡышҡы балыҡ тотоу өсөн бырау, спиннинг һораным, сөнки мин балыҡ тоторға яратам. Башлыса мин Белорет районының Сермән ауылында, ә атайым менән Әбйәлил районының Ташбулат ауылында балыҡ тотам», — ти Эмир.

Уҡыусының мөрәжәғәтен Халыҡ фронты вәкилдәре яуапһыҙ ҡалдырмаған. Улар малайҙың хыялын бойомға ашырған: ҡышҡыһын балыҡ тотоу өсөн бырау һәм спиннинг бүләк иткән.

Әмир Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге Республика гимназия-интернатында белем ала. Ул валторнала уйнай, китап уҡырға ярата.

https://www.bashinform.ru/news/social/2025-12-18/pyatiklassnik-iz-bashkirii-poprosil-u-prezidenta-podarok-dlya-rybalki-4513324

Башҡортостанда Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты / матбуғат хеҙмәтеБашҡортостанда Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты / матбуғат хеҙмәте
Фото: Башҡортостанда Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты / матбуғат хеҙмәте
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика