06:09 (UTC+5), 17 Декабря 2025

Радий Хәбиров Башҡортостандың иң яҡшы журналистарына наградалар тапшырҙы

16 декабрҙә Өфөлә Радий Хәбиров Башҡортостан Башлығының журналистар өсөн булдырылған «Дөрөҫлөк. Яуаплылыҡ. Ҡаһарманлыҡ» премияларын тапшырҙы.

Фото: Олег Яровиков / «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Альмира Давлетбаева

«Беҙҙең заманда, социаль селтәрҙәге һәр кем яңылыҡтар авторы була алған шарттарҙа, һөнәри журналистика хәҡиҡәт һәм объективлыҡ үлсәме булыуын дауам итә. Һеҙ яңылыҡтар яҙып ҡына ҡалмайһығыҙ, ә көндөң дөйөм картинаһын төҙөйһөгөҙ, республика халҡының йәмәғәт фекерен булдыраһығыҙ. Уларҙың йөрәгенә мөһим ваҡиғаларҙың хис-тойғоло баһаһын һалаһығыҙ, социаль оптимизмды нығытаһығыҙ. Беҙҙең киң мәғлүмәт саралары конструктивлыҡты, тәнҡит фекерләүен, кешеләр өсөн мөһим булған ваҡиғаларҙы яҡтыртыуға ынтылышты һаҡлап ҡала», — тип билдәләне республика етәксеһе.

Республика етәксеһе конкурс журналистарҙы яңы уңыштырға дәртләндереү өсөн булдырылыуын билдәләне һәм яңы егерме лауреатты еңеүҙәре менән ҡотланы.

«Дөрөҫлөк» номинацияһында премия лауреаттарының береһе – «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының баш мөхәррире, БСТ телеканалында күрһәтелгән «Честно говоря» проектының авторы һәм алып барыусыһы Руслан Шәрәфетдинов.

Тапшырыуҙың ижади төркөмө: Арсен Мортазин, Тимур Дәүләтов, Эмиль Йыһангиров һәм Ләйсән Әкимбәтова уның менән бергә еңеү шатлығын уртаҡлашты. 

Ошо уҡ номинацияла «Уфимская неделя» гәзитенең баш мөхәррире Станислав Шахов лауреат исеменә лайыҡ булды. 

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығының махсус хәбәрсеһе Ксения Калинина «Яуаплылыҡ» номинацияһында лауреат дипломы менән бүләкләнде.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығының «Ижтимағи электрон гәзит» баш мөхәррире урынбаҫары Снежана Латипова «Ҡаһарманлыҡ» номинацияһында премия лауреаты булды.

Коллегабыҙ, БСТ телеканалында яңылыҡтар хеҙмәтенең махсус хәбәрсеһе Рафиҡ Әхмәтшин әлеге ваҡытта «Башҡортостан» 31-се мотоуҡсылар полкы составында махсус хәрби операция биләмәһендә хәрби бурыстарын үтәй, ул «Йыл аҙымы» номинацияһында премия лауреаты булды. Уның өсөн награданы тормош иптәше, «Юлдаш» радиостанцияһының яңылыҡтар хеҙмәте етәксеһе Зөһрә Арсаева алды.

«Һиҙгер йөрәк» номинацияһында «Башҡортостан» телерадиокомпанияһының ижади коллективы ағзалары премия лауреаттары булды. Радий Хәбиров БСТ телеканалының баш мөхәррире Гәүһәр Батталоваға, «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы телевидение студияһының төп мәғлүмәт редакцияһы мөхәррире Зилә Баймырҙинаға, «Сәләм» телеканалының баш мөхәррире Радик Фәтхиевҡа дипломдар тапшырҙы.

https://www.bashinform.ru/news/social/2025-12-16/radiy-habirov-vruchil-nagrady-luchshim-zhurnalistam-bashkirii-4510538

Олег Яровиков / «Башинформ» мәғлүмәт агентлығыОлег Яровиков / «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Фото: Олег Яровиков / «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика