Рәсәйҙә яңы дата — 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышы осоронда нацистар һәм уларҙың ярҙамсылары тарафынан совет халҡына ҡаршы ҡылынған енәйәттәрҙең ҡорбандарын иҫкә алыу көнө барлыҡҡа килде. Ул 19 апрелдә билдәләнә.
Дәүләт Думаһы рәйесе Вячеслав Володин һүҙҙәренсә, был мөһим ҡарарҙы бөтә фракциялар ҙа хуплай.
«Беҙҙең бурыс — донъяны нацистарҙан ҡотҡарған атай-олатайҙарыбыҙҙың ҡаһарманлығын онотмау. Башҡаларға ла фашистарҙың яуызлығы һәм совет халҡының батырлығы тураһында дөрөҫлөктө оноторға бирмәҫкә, — тип билдәләне Вячеслав Володин. — СССР-ҙың 13 миллиондан ашыу гражданы немец-фашист оккупацияһы ҡорбаны булды».
https://www.bashinform.ru/news/social/2025-12-16/v-rossii-poyavilas-novaya-pamyatnaya-data-4510344