Респиратор инфекциялар һәм грипп менән ауырыусылар күбәйә. Уҙған аҙнала республикала ОРВИ йоҡтороуҙың 29 мең осрағы теркәлгән, Өфөлә генә 12 068 осраҡ. Сирлеләрҙең 52% – 14 йәшкә тиклемге балалар. Был хаҡта мэрияла уҙған оператив кәңәшмәлә Роспотребнадзорҙың республика буйынса етәксеһе урынбаҫары Галина Пермина хәбәр итте.
Һалҡын тейҙереүселәрҙең артыуына бәйле Өфөлә 15 мәктәптең 33 класы карантинға ябылған.
«Дүрт аҙна инде лабораторияла А H1N1 киҙеүе вирусы асыҡлана, әммә Гонконг киҙеүе өҫтөнлөк итә. Шулай ҙа төп массаны риновирустар, парагрипп, пневмовирустар һәм COVID-19 ҡуҙғытыусылары тәшкил итә», — тип билдәләне спикер.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Гонконг киҙеүенең үҙенсәлектәре: температура 40 градусҡа тиклем күтәрелә, тән һыҙлай, баш ауырта, ҡоҫтора, эс китә. Сирленең хәле хөртәйә.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.