Рауил Вилсор улы Зарипов «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының генераль директоры итеп тәғәйенләнде.
Уның менән коллективты Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Искәндәр Әхмәтвәлиев һәм Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Максим Ульчев таныштырҙы.
Рауил Зарипов 20 йылдан ашыу технология, медиа һәм идара итеү өлкәһе менән шөғөлләнә. Ҙур коллектив менән етәкселек итеү тәжрибәһенә эйә. 2000-се йылдар башында ул Өфөлә тәүге веб-студияларҙың береһен ойоштора, ТВ һәм Radio Manhattan FM-радиостанцияһын аса, «Российская газета» баҫмаһының Өфө филиалының беренсе директоры була.
2015 йылда Мәскәү паркингы менән берлектә донъяла беренселәрҙән булып парковка өсөн тауыш ярҙамында түләү сервисын булдыра.
Коллектив менән осрашыуҙа ул үҙенең профессиональ компетенцияларын медиабаҙарҙың заманса трендтарын иҫәпкә алып агентлыҡты үҫтереү өсөн ҡулланырға теләүе хаҡында белдерҙе.
2020 йылдың майынан «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының генераль директоры вазифаһын башҡарған Дилә Сәғитова республика етәксеһе Радий Хәбировтың Рәхмәт хатына лайыҡ булды.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.