Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
0
91.84
0
62.51
+0.52
-26 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Декабрь 2025, 16:59

Башҡортостанда 14 етем бала яңы фатир алды

матбуғат хеҙмәте / Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура министрлығы
Фото: матбуғат хеҙмәте / Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура министрлығы

Күгәрсен районының Мораҡ ауылында 14 етем балаға тантаналы шарттарҙа яңы фатир асҡыстары тапшырылды, тип хәбәр итте Башҡортостандың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Артем Ковшов. Майҙаны 1,3 мең квадрат метрҙан ашыу тәшкил иткән өс ҡатлы йортто республиканың Торлаҡ төҙөлөшө фонды төҙөгән, ул ауылдың үҙәгендә урынлашҡан, эргәһендә мәктәп һәм башҡа мөһим социаль объекттар бар.

Төҙөлөш министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, 2025 йылдың башынан Башҡортостанда 779 етем бала яңы фатир менән тәьмин ителгән. Йыл аҙағына тиклем ошо категорияға ҡараған тағы 171 кешегә торлаҡ бирелә. Был маҡсатҡа федераль һәм республика бюджеттарынан 2,8 миллиард һум ҡаралған.

https://www.bashinform.ru/news/social/2025-12-17/v-bashkirii-14-detey-sirot-poluchili-novye-kvartiry-4511479

матбуғат хеҙмәте / Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура министрлығы
Фото: матбуғат хеҙмәте / Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура министрлығы
Автор: Гөлфиә Акулова
Читайте нас