Бының өсөн үҙмәшғүл рәсәйҙәргә 2026-2028 йылдарҙа пилот проектында ҡатнашырға һәм Рәсәйҙең Социаль фондына аҡса күсерә башларға кәрәк, тип хәбәр итә Дәүләт Думаһының матбуғат хеҙмәте.
Социаль страховкалау программаһында ҡатнашыусылар ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ осоронда пособие алырға мөмкин. Түләүҙең максималь күләмен һайларға була: ай һайын индерелгән взносҡа ҡарап (1300 йәки 1900 һум ) йә 35, йә 50 мең һум. Эшкә яраҡһыҙлыҡ буйынса пособиены улар алты ай взнос түләгәндән һуң алырға тейеш, аныҡ күләме стажға һәм взнос түләү осорона ҡарап иҫәпләнә.
Документҡа ярашлы, үҙмәшғүлдәр ирекле страховкалау программаһына 2027 йылдың 30 сентябренә тиклем ҡушыла ала.