Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.05
+0.83
92.66
+0.67
62.51
+0.52
5+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Декабрь 2025, 15:35

Республика етәксеһе трассаларҙа ғәҙәттән тыш хәлдәргә юл ҡуймаҫҡа ҡушты

Һауа шарттарына бәйле республикала транспорт хәрәкәте сикләнә.

Ксения Калинина / «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Фото: Ксения Калинина / «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 16 декабрҙә хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә трассаларҙа хәрәкәтте сикләүгә бәйле хәлдәрҙә яҡшы эшләргә ҡушты.

«Ҡыш етте. Юлдарҙа бер нисә тапҡыр транспорт хәрәкәте сикләнде. Мин муниципалитет башлыҡтарынан кешеләр тоҙаҡҡа эләкмәһен, ярҙамһыҙ ҡалмаһын өсөн ентекле эш алып барыуҙарын һорайым. Быға юл ҡуйырға ярамай. Бер нисә йыл элек ҡайһылыр төбәктә шундай хәл булды, кешеләрҙең ғүмере өҙөлдө. Ваҡытлыса йылыныу пункттары асырға, ярҙам күрһәтергә кәрәк. Беҙҙә мөмкинлектәр бар. Иғтибарлы булығыҙ», — тине Радий Хәбиров.

Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова республиканың автомобиль юлдарында көн һайын 900-ҙән ашыу берәмек, шул иҫәптән федераль әһәмиәттәге юлдарҙа 210-дан ашыу берәмек техника эшләүе хаҡында хәбәр итте.

https://www.bashinform.ru/news/social/2025-12-16/glava-bashkirii-poruchil-ne-dopuskat-chp-na-trassah-iz-za-ogranicheniy-4509629

Автор: Ксения Калинина
Читайте нас