Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.23
+1.16
91.98
+0.6
62.51
+0.52
-3 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Декабрь 2025, 15:05

Өфөлә яңы йыл байрамдарында хәмер һатыу тыйыла

Валерий Шахов / «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Фото: Валерий Шахов / «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

Яңы йыл каникулдары осоронда Өфөлә һәм республикала алкоголь һатыу ваҡытлыса сикләнә. Был магазиндарҙа ваҡлап һатыуға ғына ҡағыла. Кафе, бар һәм ресторандарҙа хәмер эсеү тыйылмай.

 Спиртлы эсемлектәрҙе магазиндарҙа билдәләнгән сәғәттә һатып алырға ярамай:

  • 3 ғинуарҙа – киске сәғәт 5-тән төнгө 11-гә тиклем,
  • 4, 5 һәм 6 ғинуарҙа – иртәнге сәғәт 8-ҙән иртәнге 10-ға тиклем, киске сәғәт 5-тән төнгө 11-гә тиклем.

Законды боҙған өсөн штраф янай.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, башҡортостанда йыл һайын Белем көнөндә, Йәштәр көнөндә, Һуңғы ҡыңғырау байрамы, шулай уҡ һабантуй көндәрендә хәмер һатырға ярамай.

https://www.bashinform.ru/news/social/2025-12-15/v-ufe-ogranichat-prodazhu-alkogolya-v-novogodnie-prazdniki-4507586

Читайте нас