Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.19
+0.39
90.79
+0.05
62.51
+0.52
0 °C
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Декабрь 2025, 16:51

Республикала әсә балаһына алимент түләмәй ҡасҡан

Рәсәй Федераль суд приставтары хеҙмәтенең республика буйынса баш идаралығы / социаль селтәрҙәр
Фото: Рәсәй Федераль суд приставтары хеҙмәтенең республика буйынса баш идаралығы / социаль селтәрҙәр

Салауат районынан Розалия М.-ды суд приставтары эҙләй. Рәсәй Федераль суд приставтары хеҙмәтенең республика буйынса баш идаралығы хәбәр итеүенсә, 38 йәшлек ҡатындың балаһына 2 миллион һумдан ашыу бурысы йыйылған.

Уның Екатеринбургта ҡасып йөрөүе ихтимал. Розалияның ҡайҙалығын белгәндәрҙән 8-996-290-88-50 һәм +7 (347) 273-56-40 номерҙары буйынса шылтыратыуҙы һорайҙар.

https://www.bashinform.ru/news/social/2025-12-15/mat-alimentschitsa-iz-bashkirii-skrylas-v-ekaterinburge-4508225

Автор: Иван Вавилов
Читайте нас