«Башинформ»дың үҙ сығанағы мәғлүмәте буйынса, ул юл фажиғәһенә тарыған. Уны бала сағы үткән Краснокама районының Күпербаш ауылында ерләнеләр.
Илшат Вәсил улы Иманғолов 1971 йылдың 22 ноябрендә Өфөлә тыуған. Башҡорт дәүләт аграр университетын зооинженер-умартасы һөнәре буйынса тамамлағас, Рәсәй фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәгендә бал ҡортоноң популяцион генетикаһын өйрәнә.
Һуңынан Илшат Иманғолов журналист, Башҡортостан Республикаһында «Аргументы и Факты», «Российская газета», «Известия» гәзиттәренең үҙ хәбәрсеһе була. Шулай уҡ уның «Парламентская газета», «Труд» гәзиттәрендә, «Журналист» журналында мәҡәләләре баҫыла. «Татар-информ» агентлығының үҙ хәбәрсеһе була. Фәнни йыйынтыҡтарҙа умартасылыҡ буйынса мәҡәләләр авторы.
Кеше хоҡуҡтары тураһында иң яҡшы журналист материалы өсөн Рәсәй Юстиция министрлығының Башҡортостан буйынса территориаль идаралығы премияһы лауреаты (2010 йыл). Эшмәкәрлеге өсөн Бөтә донъя татар конгресы, Татар дворяндар йыйылышы һәм башҡа структураларҙың рәхмәт хаттары менән билдәләнә.
«Башинформ» мәрхүмдең туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша.