Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.23
+1.16
91.98
+0.6
62.51
+0.52
-3 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Декабрь 2025, 09:20

Башҡортостанда аҙна уртаһында һыуыҡтарҙың көсәйеүе көтөлә

Галина Бахшиева / «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Фото: Галина Бахшиева / «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

Башҡортостанға аҙна башында төньяҡ диңгеҙҙәр акваторияһынан һалҡын һауа үтеп инә башлай. Һауа температураһы төндә һәм көндөҙ -11, -16 градусҡаса түбәнәйә. Аҙна уртаһында норманан 5-9 градусҡа һалҡыныраҡ була, тип хәбәр иттеләр Башгидрометтан.

Республика синоптиктары мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн Башҡортостанда ҡар, урыны менән буран, юлдарҙың айырым участкаларында ҡар һырынтылары фаразлана. Ел көнбайыштан талғын, урыны менән көслө. Һауа температураһы көндөҙ-10, -15 градус.

Шишәмбе, 16 декабрҙә, бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә. Ел көнбайыштан талғын, төндә урыны менән көслө. Һауа температураһы төндә -13, -18 градус, аяҙытҡанда -23 градусҡаса түбәнәйә, көндөҙ - 10, -15 градус.

Шаршамбы, 17 декабрҙә, йәнә бер аҙ ҡар яуыуы ихтимал. Ел көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә -13, -18 градус, аяҙытҡанда -23 градусҡаса түбәнәйә, көндөҙ -7, -12 градус.

https://www.bashinform.ru/news/social/2025-12-15/v-bashkirii-usilyatsya-morozy-k-seredine-nedeli-4506863

Автор: Галина Бахшиева
Читайте нас