Башҡортостанда «Турист картаһы» системаһы индерелә башланы. Туризм министрлығы хәбәр итеүенсә, инициатива туристик тармаҡҡа ярҙам итеүгә, республика ҡунаҡтары һәм халҡы өсөн өҫтөнлөктәр булдырыуға йүнәлтелгән.
«Проект туристик хеҙмәттәр өсөн түләгәндә һәм сувенирҙар һатып алғанда кешбэк алырға мөмкинлек биргән уңайлы инструмент булып тора. Был Башҡортостан буйлап сәйәхәттәрҙе иҫтә ҡалырлыҡ ҡына түгел, файҙалы итеү өсөн дә бик яҡшы ысул», – тип белдерҙе республиканың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Светлана Верещагина.
Программа менән Башҡортостанда йәшәүселәр, шулай уҡ Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән килгән ҡунаҡтар ҡуллана ала. Проектта ҡатнашыу өсөн «Мир» түләү картаһы булырға һәм «Терра Башҡортостан» сайтында теркәлергә кәрәк.
Теркәлгәндән һуң ҡулланыусылар туристик хеҙмәттәр өсөн түләгәндә кешбэк алырға, туризм өлкәһендә махсус акциялар менән файҙаланырға, Башҡортостандың туристик тармағы менән бәйле сувенирҙар һәм башҡа тауарҙар һатып алғанда экономияларға мөмкин.