Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.73
0
93.56
0
61.12
-0.16
-3 °C
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Декабрь , 12:24

Республикала никахлашыусыларҙың уртаса йәше артҡан

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы / архив
Фото: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы / архив

2025 йылда Башҡортостанда никах теркәүҙең уртаса йәше артҡан, тип хәбәр итә Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты. Республикала ҡатын-ҡыҙҙар 33 йәштә кейәүгә сыға, ә ир-егеттәр 35 йәштә ғаилә ҡора.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2024 йылдың июленә ҡарата республикала беренсе тапҡыр өйләнешеүселәрҙең уртаса йәше ҡатын-ҡыҙҙарҙың – 26,5, ир-егеттәрҙең 28,9 йәш тәшкил иткән, тип яҙғайны «Башинформ».

Никахтар һаны ла арта. Мәҫәлән, быйыл 11 айҙа 2024 йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда теркәлгән никахтар һаны 2,6% күберәк.

https://www.bashinform.ru/news/social/2025-12-12/v-bashkirii-vyros-sredniy-vozrast-vstupayuschih-v-brak-4504217

Автор: Ләйсән Закирова
Читайте нас