06:40 (UTC+5), 12 Декабря 2025

Радий Хәбиров Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайын халыҡты берләштереүсе көс тип атаны

30 йыл эсендә ойошма бик ҙур, ҡатмарлы юл үтте.

Фото: Олег Яровиков/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Азат Ғиззәтуллин

11 декабрҙә Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының 30 йыллығына арналған халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференция уҙҙы. Сараға абруйлы ҡунаҡ итеп Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров саҡырылғайны.

30 йыл эсендә ойошма бик ҙур, ҡатмарлы юл үтте, тип билдәләне республика етәксеһе.

«Ошо 30 йыл эсендә хәҙерге Рәсәйҙең бөтә тарихы сағыла: юғары күтәрелеүҙәр, түбән төшөүҙәр, ҡатмарлыҡтар, хаталар, еңеүҙәр – беҙҙең ойошма эшендә быларҙың барыһы ла булды. Утыҙ йыл буйына беренсе съездан алып йоғонтоло көскә эйә ойошмаға тиклем ҙур юл үтелде, бөгөн ул Рәсәйҙең 36 төбәгендә һәм донъяның 28 илендә йәшәгән ватандаштарыбыҙҙы берләштерә. Башҡорт ҡоролтайы башҡорт милләтенә ышаныслы рәүештә, абынмай алға барырға мөмкинлек биргән тап шундай көс булып сыҡты. Моғайын, был халҡыбыҙҙың рухи көсөлөр. Ауыр ваҡытта беҙ берләшәбеҙ һәм иң яҡшы сифатыбыҙҙы күрһәтәбеҙ. 1812 йылғы Ватан һуғышы, Бөйөк Ватан һуғышы осоронда ла шулай булды һәм хәҙер, МХО барған ваҡытта, башҡорттар башҡа халыҡтар менән бергә яу яланында иҫ киткес ҡыйыулыҡ, ҡаһарманлыҡ күрһәтә», — тине Радий Хәбиров.

Олег Яровиков/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығыОлег Яровиков/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Фото: Олег Яровиков/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

Хәҙерге көндә лә дошмандар берҙәмлеккә, халыҡтар дуҫлығына, милли лидер тирәләй, ил тирәләй берләшеүенә ҡаршы торорға тырыша. 

«Милләттәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ мәғлүмәттәренә ярашлы, Рәсәй Федерацияһында иң күп мәғлүмәт һөжүме тап милли республикаларға йүнәлтелә. Башҡортостан мәғлүмәт һөжүмдәре буйынса беренсе урынды биләй. Ошондай ауыр ваҡытта теләктәшлек, ҡаршы тороуға һәләтле икәнен күрһәткән башҡорт интеллигенцияһы вәкилдәренә ҙур рәхмәт», – тине Радий Хәбиров.

Республика Башлығы президенттың 2026 йылды Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылы тип иғлан итеүен хәтергә төшөрҙө: «Миңә Валентина Ивановна Матвиенконың: «Берҙәмлектә – көс, ә берҙәмлек – төрлөлөктә» тигән һүҙҙәре бик оҡшай. Һеҙ барығыҙ ҙа – башҡорт милләтенең һәм Рәсәй дәүләтенең ысын патриоттары». 

Радий Хәбиров шулай уҡ Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы активистарына Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы.

https://www.bashinform.ru/news/social/2025-12-11/radiy-habirov-nazval-vsemirnyy-kurultay-bashkir-ob-edinyayuschey-siloy-naroda-4503254

Олег Яровиков/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығыОлег Яровиков/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Фото: Олег Яровиков/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика