



11 декабрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына 30 йыл тулыу айҡанлы башҡорт шағиры һәм йәмәғәт эшмәкәре Шәйехзада Бабич һәйкәленә сәскәләр һалды.
Һәйкәл 2019 йылдың июнендә асылды. Уның авторы – Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим һәйкәле өҫтөндә эшләгән скульптор, Рәсәйҙең халыҡ рәссамы Андрей Ковальчук. Монументтың бейеклеге – 6 метрға яҡын. Һәйкәл бронзанан ҡойолған. Бабич һул ҡулына шиғырҙар йыйынтығын тотҡан, ә уң ҡулын өҫкә күтәреп тора.
Шәйехзада Бабич (1895-1919) – башҡорт милли әҙәбиәте классигы. Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәтендә ҡатнашыусы, Башҡорт хөкүмәте ағзаларының береһе (1917-1919). Шәйехзада Бабичтың үҙе иҫән саҡта берҙән-бер «Зәңгәр йырҙар. Йәш Башҡортостан» тигән шиғырҙар йыйынтығы 1918 йылда Ырымбурҙа донъя күрә.


© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.