Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.73
+0.39
93.56
+0.62
61.22
-0.06
-3 °C
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Декабрь , 12:49

Өфө аэропорты планлаштырылмаған 4 рейсты ҡабул итте

Мәскәү аэрпорттарында сикләүҙәр индерелеүгә бәйле самолеттар йүнәлешен үҙгәртергә мәжбүр булды.

Ксения Калинина / «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Фото: Ксения Калинина / «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

«Өфө» аэропорты 11 декабрҙә дүрт рейсты ҡабул итте: UT 400 Грозный – Мәскәү, UT 572 Красноярск – Мәскәү, S7 2594 Абакан – Мәскәү һәм S7 2504 Новосибирск – Мәскәү. Был хаҡта «Башинформ»ға баш ҡала аэропортының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.

Мәғлүмәт агентлығы хәбәр иткәнсә, төндә Украина дрондарының Мәскәүгә һәм өлкәгә һөжүм итеүе һөҙөмтәһендә илебеҙ баш ҡалаһының бөтә аэропорттарында сикләүҙәр индерелде. Был Өфө аэропортының теҙмәһенә лә йоғонто яһаны.

https://www.bashinform.ru/news/social/2025-12-11/ufimskiy-aeroport-prinyal-4-nezaplanirovannyh-reysa-4502297

Автор: Ксения Калинина
Читайте нас: