Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.73
+0.39
93.56
+0.62
61.22
-0.06
-3 °C
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Декабрь , 11:53

Был аҙнала Өфөгә Ҡыш бабай поезы килә

Төп ҡышҡы тылсымсының сәйәхәте башланды ла инде.

матбуғат хеҙмәте / Рәсәй тимер юлдары
Фото: матбуғат хеҙмәте / Рәсәй тимер юлдары

Ҡыш бабай поезы 19 ноябрҙә Владивостоктан юлға сыҡты. Ул үҙенең маршрутын 11 ғинуарҙа Бөйөк Устюгта тамамлай. Был ваҡыт эсендә әкиәти состав 20 мең километрҙан ашыу юл үтеп, илдең 70 ҡалаһында туҡтарға тейеш.

«Башинформ» яҙғанса, быйыл Башҡортостанда Ҡыш бабай поезын ике ҡалала — Өфөлә һәм Стәрлетамаҡта көтәләр.

Йәкшәмбе, 14 декабрҙә, поезд Өфөгә килә, программа сәғәт 11-ҙән 5-кә тиклем була. 

Икенсе көндө, 15 декабрҙә, иртәнге сәғәт 11-ҙә поезды Стәрлетамаҡта ҡаршы алалар. Ул киске 8-се 10 минутҡа тиклем перронда тора.

Һәр ҡалала ҡунаҡтарҙы бай программа көтә: Ҡыш бабай менән осрашыу, артистар һәм аниматорҙар сығышы, инеп ҡарау өсөн вагондар – төньяҡ сувенирҙары һатылған кибет, фотокупе, вагон-ресторан, буфет һәм тәүге тапҡыр Ҡар королеваһы вагоны.

https://www.bashinform.ru/news/social/2025-12-09/na-etoy-nedele-v-ufu-pribudet-poezd-deda-moroza-4500085

Автор: Әлфиә Әһлиуллина
Читайте нас: