Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.73
+0.39
93.56
+0.62
61.22
-0.06
-3 °C
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Декабрь , 11:26

Өфөлә Башҡортостандың Журналистар союзы рәйесе һайланды

Олег Яровиков / «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Фото: Олег Яровиков / «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

Бөгөн Өфөлә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы бинаһында, республика Журналистар союзының XXIV съезы бара.

Съезда союз идараһы рәйесе итеп йәнә бер тауыштан Вәдүт Исхаҡов һайланды.

Вәдүт Ғәйфулла улы Исхаҡов – журналист, педагог, йәмәғәт эшмәкәре. 2018 йылдан – «Башҡортостан» гәзитенең баш мөхәррире. 2020 йылдың декабренән — Башҡортостандың Журналистар союзы рәйесе. Журналистика өлкәһендәге «Дөрөҫлөк. Яуаплылыҡ. Ҡаһарманлыҡ» премияһы лауреаты  (2024).

Шулай уҡ делегаттар ойошманың төбәк бүлексәһе идараһының яңы составын һайланы. Рәйестән тыш уға Зөлфиә Рәхмәтуллина, Алик Шакиров, Артур Дәүләтбәков, Гөлдәриә Йосопова, Наталья Санникова, Рита Некрасова, Лариса Абдуллина, Зөһрә Арсаева, Станислав Шахов, Илһам Йәндәүләтов, Айгөл Әхмәҙиева, Рауил Ватолин инде.

Руслан Шәрәфетдинов, Фаил Фәтхетдинов, Рәмзиә Кәримова, Мөнир Ҡунафин һәм Ольга Тимофеева Ҙур жюриҙың төбәк коллегияһына инде.

https://www.bashinform.ru/news/social/2025-12-09/v-ufe-izbrali-predsedatelya-soyuza-zhurnalistov-bashkirii-4499218

Автор: Ләйлә Аралбаева
Читайте нас: