Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.73
+0.39
93.56
+0.62
61.22
-0.06
-3 °C
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Декабрь , 17:27

Мәләүез районынан Хәкимә Саттароваға 100 йәш тулды

Башҡортостанда йөҙйәшәрҙәр исемлеге тулыланды.

Зәбир Ғабдуллин / ТГ-канал
Фото: Зәбир Ғабдуллин / ТГ-канал

Мәләүез районында йәшәгән Хәкимә Яҡуп ҡыҙы Саттароваға 100 йәш тулды. Үҙенең юбилейын ул туғандары һәм яҡындары менән билдәләне. Йөҙйәшәр инәйҙе хакимиәт башлығы Зәбир Ғабдуллин да ҡотланы.

Хәкимә Яҡуп ҡыҙы Сыртлан ауылында тыуған. Һуғыш ваҡытында Мәләүез урман хужалығында эшләй: ауыл халҡы арҡан ишеү, зелпе йыйыу эшен башҡара. Тормош иптәше, хәрби комиссар Зәки Саттаров менән бергә улар ярты Башҡортостанды гиҙеп сыға, төрлө ҡалаларҙа һәм райондарҙа эшләй. Тормош иптәше менән 50 йылға яҡын бәхетле ғүмер кисерә.

https://www.bashinform.ru/news/social/2025-12-08/dolgozhitelnitse-iz-bashkirii-hakime-sattarovoy-ispolnilos-100-let-4498368

Автор: Ләйсән Закирова
Читайте нас: