

10 декабрҙә Өфөлә Башҡорт теле көнөнә арналған ҙур КВН фестивале үткәрелә. Башҡорт асыҡ КВН лигаһының баш мөхәррире Урал Кәримов хәбәр итеүенсә, фестивалдә республиканың төрлө райондарынан 10 иң яҡшы мәктәп һәм йәштәр командаһы ҡатнаша. (12+)
Башҡорт асыҡ КВН лигаһының ҙур һәм бәләкәй кубогы, шулай уҡ «Һәнәк» журналының махсус призы уйнатыла. Урал Кәримов һүҙҙәренсә, фестиваль йәштәрҙең заманса юморын, йолаларын һәм туған телгә һөйөүен берләштергән сағыу байрам булмаҡсы.
Бынан алдараҡ Башҡортостан хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев һәләтле йәштәрҙең КВН аша оло тормошҡа юллама алыуы тураһында әйткәйне.
«10 йыл самаһы элек, Өфөнөң йәштәр эштәре буйынса комитетында эшләгән сағымда, баш ҡала КВН-ын тергеҙеү менән шөғөлләндек, минеңсә, маҡсатыбыҙға өлгәштек. Беҙҙең команда Юғары лигала ҡатнашты, Беренсе каналда сығыш яһаны, тәжрибә тупланы. Шул ваҡытта мәктәп йәшендәге балаларҙы, студенттарҙы һәм эшсе йәштәрҙе үҙ эсенә алған йәйге кубок булдырылды. КВН күптәр өсөн мауығыу ғына түгел, ул йәшәү рәүеше лә. Бында йәштәр оло тормошҡа юллама ала. Республиканың ике командаһы үҙәк лигаларҙа уйнай, мәҫәлән, нефтекамалар Премьер-лигала яҡшы сығыш яһаны. Беҙ һәр ваҡыт уларҙың федераль кимәлдә лайыҡлы сығыш яһауына иҫәп тотабыҙ», — тине Урал Килсенбаев.
«Башинформ» хәбәр иткәнсә, 2026 йылда республика колледждары араһында КВН Лигаһы уйындары башланыуы ихтимал. (12+)
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.