Башҡортостан Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, 8 декабрҙә иртәнге 8-се 15 минуттан Өфө – Инйәр — Белорет автомобиль юлы участкаһында (Архангел һәм Белорет райондарында) транспорт хәрәкәте туҡтатылды.
Сикләү көслө ҡарға һәм боҙлауыҡҡа бәйле индерелде.
Юлды иртәнге сәғәт 9-ға асыу планлаштырыла. Әммә, республика буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтендә белдереүҙәренсә, сикләүҙе ғәмәлдән сығарыу ваҡыты үҙгәрергә мөмкин.
Водителдәргә актуаль мәғлүмәтте күҙәтеп барырға һәм ошо маршрут буйынса юлға сыҡмаҫҡа кәңәш ителә.
UPD: Сикләү сәғәт 11-гә тиклем оҙайтылды.