15:22 (UTC+5), 08 Декабря 2025

Башҡортостанда һыйыр эсенән сыҡҡан янсыҡтың хужаһы табылған

Фото: скриншот / «БСТ» телеканалы видеоһы
Инсаф Хужабирганов
Видео: БСТ телеканалы
Другие видео

БСТ телеканалы Ғафури районындағы ғәжәйеп хәлгә асыҡлыҡ индерҙе. Кисә Толпар ауылында һуғымға һуйылған һыйырҙың ҡарынынан көтөлмәгән табыш — ҙур суммала аҡса менән янсыҡ табылыуы хаҡында яҙғайныҡ

Был янсыҡ ошо ауылда «Зелено» туристик базаһын төҙөгән эшҡыуар Михаил Бурдинскийҙыҡы булып сыҡҡан. Аҡсаны ул төҙөүселәр бригадаһына башҡарған эш өсөн түләргә йыйынған, әммә юғалтҡан. Ваҡиғалар артабан көтөлмәгән боролош ала: янсыҡты һыйыр сәйнәп йота. Ә хайуанҡай ошо ауылда йәшәгән ғаиләнеке булып сыға. Ғаилә башлығы Риф танышы Михаилдың янсығын шунда уҡ таный. 

«Мин уны йыуырға йыйынмайым. Талисман итеп ҡалдырам. Аҡса ысынлап та ҙур суммала ине, мин уны урлағандарҙыр тип уйлағайным. Риф ағай һыйырның ҡарыны эсендә табып алған янсыҡты. Хатта сәйнәлмәгән дә, аҡсалар шул көйөнсә ятҡан, беҙ уларҙы йыуып алдыҡ», - ти Михаил Бурдинский. 

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика