Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.85
+0.06
92.4
+0.43
62.51
+0.52
-19 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Декабрь 2025, 16:09

Өфө ветераны Әсхәт Минһажетдинов 101 йәшен тултырҙы

Антон Тарасов / ТГ-канал
Фото: Антон Тарасов / ТГ-канал

Октябрь районында Өфөнөң почетлы гражданы, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Әсхәт Минһажетдиновты 101 йәше тулыу менән менән ҡотланылар. Оҙон ғүмерле яҡташыбыҙға 97-се мәктәп кадеттары һәм район башлығы Антон Тарасов ҡунаҡҡа килде.

Әсхәт Асҡар улы 17 йәшендә үҙ теләге менән фронтҡа китә, Мәскәү хәрби-инженер училищеһы курсанты була, ә 1942 йылдың яҙында Мәскәү янында халыҡ ополчениеһының 17-се уҡсылар дивизияһы составында һуғыша. Көнбайыш, Брянск һәм 2-се Белоруссия фронттарын үтеп, Курск алышында ҡатнаша, дүрт тапҡыр яралана. 1944 йылдың көҙөндә дүртенсе тапҡыр ҡаты яраланғандан һуң демобилизациялана. Еңеү көнөн госпиталдә ҡаршылай.

Һуғыштан һуң ул үҙен медицинаға бағышлай. Өфө медицина училищеһын, һуңынан Башҡорт медицина институтын тамамлай, инфекцияларға ҡаршы көрәшә, 15 йыл медицина институтында ғилми-тикшеренеү секторын етәкләй. Медицина фәндәре кандидаты, доцент, 70-тән ашыу ғилми хеҙмәт һәм бер нисә китап авторы.

Уның хәрби ҡаҙаныштары Ҡыҙыл Йондоҙ, I һәм II дәрәжә Ватан һуғышы ордендары, «Батырлыҡ өсөн», «Белоруссияны азат иткән өсөн» миҙалдары һәм башҡа бик күп наградалар менән билдәләнгән.

https://www.bashinform.ru/news/social/2025-12-05/veteran-iz-ufy-ashat-mingazetdinov-otprazdnoval-101-y-den-rozhdeniya-4495196

Автор: Ләйсән Закирова
Читайте нас