04:11 (UTC+5), 05 Декабря 2025

Мишкәлә Бибизәкиә Хәмәҙинурова 101 йәшен билдәләне

Йөҙйәшәр инәйҙе тыуған көнө менән ҡотларға Мишкә районы хакимиәте вәкилдәре килде. Улар уға ныҡлы һаулыҡ, именлек, яҡындары һәм туғандары менән бәхетле ғүмер кисереүен теләне.

Фото: Мишкә районы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте / социаль селтәрҙәр
Эдуард Ҡусҡарбәков

Иштыбай ауылынан Бибизәкиә Арыҫланғәли ҡыҙы Хәмәҙинурова 101 йәшен тултырҙы.

Бибизәкиә Хәмәҙинурова – тыл эшсәне, һуғыш һәм хеҙмәт ветераны. Ул Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ла, тыныс ваҡытта ла колхозда эшләй. Әммә уның төп ҡаһарманлығы – ғаилә. Бибизәкиә Арыҫланғәли ҡыҙы ун баланы (үҙенеке һәм тәрбиәгә алған) наҙ-һөйөүгә сорнап, йөрәк йылыһын биреп үҫтерә. Бәхетле өләсәйҙең әлеге көндә 21 ейән-ейәнсәре, 33 бүлә-бүләсәре, бер тыуасары бар.

Бибизәкиә Арыҫланғәли ҡыҙы 99 йәшенә тиклем тыуған ауылында яңғыҙы йәшәй, асыҡ зиһенен юғалтмай. Хәҙер ул Бөрөлә ҡыҙы менән кейәүе хәстәрлегендә ғүмер кисерә.

https://www.bashinform.ru/news/social/2025-12-04/bibizakiya-hamadinurova-iz-bashkirii-otmetila-svoyo-101-letie-4494155

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Телефон
(347) 250-05-07
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика