

Мәшғүллек өлкәһендә IV Бөтә Рәсәй һөнәри оҫталыҡ конкурсында Башҡортостан вәкилдәре уңышҡа өлгәште. Тотош илдән «Рәсәй эше» кадрҙар үҙәктәре конкурсҡа 187 ғариза ебәрҙе. Республиканың Хеҙмәт министрлығы хәбәр итеүенсә, 16 белгес, туғыҙ кадрҙар үҙәге, 12 команда һәм 18 проект еңеүсе һәм призер булды.
Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, «Иң яҡшы белгес» номинацияһында Өфөнән Эльвира Опульскис иң яҡшы карьера консультанты исемен алды. 2-се кимәлдәге «Иң яҡшы кадрҙар үҙәге» номинацияһында Башҡортостан кадрҙар үҙәгенең Сибай ҡалаһы буйынса филиалы еңеүсе тип иғлан ителде. «Иң яҡшы функциональ команда» номинацияһында Башҡортостандың матбуғат хеҙмәте билдәләнде.
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.
Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.
18+ запрещено для детей.