Әбйәлил районының Ҡаҙмаш ауылы халҡын урамда йөрөгән ҡабандар борсоуға һалған. «Башинформ» редакцияһына ебәрелгән видеояҙмала йорт сусҡаларын да күрергә мөмкин.
Ҡаҙмаштар әйтеүенсә, хайуандар тыныс ҡына үтеп киткән, ләкин уларҙың күплеге халыҡты ныҡ ғәжәпләндергән.
Асыҡланыуынса, ҡабан һәм сусҡа үрсетеү менән урындағы фермер шөғөлләнә икән. Был көндө хужа уларҙы ауыл ситенә көтөүгә сығарған булған.
«Сусҡаларҙы баҡсала тоталар. Әммә ни өсөндөр иреккә сығарып ебәргәндәр. Беҙ ҡабандарҙың ҡайтып барғанын видеоға төшөрөп алдыҡ», — тип һөйләне Рәхилә Вәлиева.
https://www.bashinform.ru/news/social/2025-12-05/v-derevne-bashkirii-zametili-stado-kabanov-4494579