Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.85
+0.06
92.4
+0.43
62.51
+0.52
-17 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Декабрь 2025, 13:14

2026 йылдың башында Рәсәйҙә социаль түләүҙәр һәм пенсиялар арта

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы / архив
Фото: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы / архив

2026 йылдың башында Рәсәйҙә социаль түләүҙәр һәм пенсиялар арттырыла. Был турала ТАСС агентлығына Дәүләт Думаһы депутаты Алексей Говырин хәбәр итте.

Депутат һүҙҙәренсә, 1 ғинуарҙан страховка пенсиялары арта, индексация 7,6% тәшкил итә. Ҡартлыҡ буйынса уртаса страховка пенсияһы, хөкүмәт баһаһы буйынса, айына 27 мең һумға тиклем еткерелә. Хәрби пенсиялар ҙа үҙгәрә: аҡсалата тәьминәт коэффициенты 93,59% тиклем арттырыла, октябрҙә лә артыуы көтөлә.

Шулай уҡ 1 февралдән бала тыуғанда бер тапҡыр бирелә торған пособие арта – 28 773 һум. Баланы йәш ярымға тиклем тәрбиәләгән өсөн айлыҡ пособие кәмендә 10 790 һум, ә страховкаланған шәхестәр өсөн иң күбе 83 мең һум була.

17 йәшкә тиклемге балалары булған ғаиләләргә айлыҡ түләүҙәр йәшәү минимумы нигеҙендә иҫәпләнә, 2026 йылда ул 18 939 һумға еткерелә.

https://www.bashinform.ru/news/social/2025-12-05/v-rossii-sotsvyplaty-i-pensii-povysyat-s-nachala-2026-goda-4494816

Автор: Инсаф Хужабиргәнов
Читайте нас