Бөрйән районының Тимербай ауылында яңы ФАП асылды, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министрлығынан. ФАП «Оҙайлы һәм әүҙем тормош» милли проекты сиктәрендә төҙөлгән.
– Яңы медпункт заманса талаптарға һәм стандарттарға ярашлы һалынған. Беҙҙә уңайлы шарттарҙа эшләү һәм сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн бөтә нәмә лә бар, – тине ошонда 16 йыл фельдшер булып эшләгән Розалиә Мырҙабаева.
«Һанлы ФАП» проекты ярҙамында фельдшер ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙын аса, электрон рецепт яҙып бирә, табип менән телемедицина консультацияһы үткәрә, медицина мәғлүмәттәрен –мәҫәлән, ЭКГ-ны Йөрәк-ҡан тамырҙары хәүефе менән идара итеү үҙәгенә ебәрә ала.
Һуңғы биш йылда Башҡортостанда 700-гә яҡын фельдшер-акушерлыҡ пункты яңыртылған, ә киләһе йылға алты яңы поликлиника, 134 модулле пункт һәм амбулатория асыу планлаштырыла.