11:34 (UTC+5), 03 Декабря 2025

Ратмир Мәүлиев 11 йәшлек Өфө ҡыҙын хеҙмәте өсөн миҙалы менән бүләкләне

Фото: Өфөнөң Ленин районының матбуғат хеҙмәте / социаль селтәрҙәр
Эдуард Ҡусҡарбәков

Өфө хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев Ирекмәндәр көнө алдынан баш ҡала уҡыусыһы Полина Дудконы хеҙмәттәре өсөн миҙалы менән бүләкләне.

Ҡыҙ ирекмәнлек эшмәкәрлеге менән әүҙем шөғөлләнә, МХО-ла ҡатнашыусыларға ярҙам үҙәген ойоштороусы ла ул. Шулай уҡ маскировка селтәрҙәре үреүҙә, окоп шәмдәре эшләүҙә ҡатнаша, кәрәкле материалдар һатып алыу өсөн аҡса йыйыуҙы ойоштора.

Күптән түгел Полина өләсәһе менән азат ителгән биләмәләргә барып ҡайтҡан. Ул хәрбиҙәрҙең шиғырҙарын уҡый, видеоға төшөрә һәм социаль селтәргә һала.

«Полина госпиталдәрҙә дауаланған яралы яугирҙәр янына ла бара. Изге күңелле уҡыусының был аҙымы оло хөрмәткә лайыҡ», —  тип билдәләне Ратмир Мәүлиев.

https://www.bashinform.ru/news/social/2025-12-03/ratmir-mavliev-nagradil-11-letnyuyu-shkolnitsu-iz-ufy-medalyu-za-zaslugi-4491726

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика