07:14 (UTC+5), 02 Декабря 2025

Яңы йыл почтаһы: республикала йәшәүселәр Ҡыш Бабайға хат яҙа ала

Башҡортостандың почта бүлексәләрендә яңы йыл почтаһы эшләй башланы, тип хәбәр иттеләр Федераль почта элемтәһенең республика идаралығынан.

Фото: Валерий Шахов / «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Галина Бахшиева

Яңы йыл етеп килә, тимәк, Ҡыш бабайға хат яҙырға ваҡыт. Рәсәй почтаһы бүлексәләрендә махсус почта йәшниктәре асылды. Декабрь айында улар тылсымсыға мөрәжәғәттәр ҡабул итә.

Хаттарҙы 162390, Ҡыш Бабай йорто, Бөйөк Устюг, Вологда өлкәһе адресы буйынса ебәрергә кәрәк. Әгәр балаға ярҙам талап ителһә, почта хеҙмәткәрҙәре адресты нисек дөрөҫ итеп яҙырға, марканы нисек йәбештерергә кәрәклеген аңлата. Яуап алырға теләһәгеҙ, кире адресты һәм индексты күрһәтеү зарур. Ҡыш бабайға хатты ғәҙәти почта йәшниктәренә лә төшөрөргә мөмкин.

«Йыл һайын декабрҙә, башҡа эштәрҙән тыш, мөһим миссия үтәйбеҙ — Ҡыш бабайға хаттар ташыйбыҙ. Беҙҙең хеҙмәткәрҙәр көн һайын яңы йыл почтаһын асып, уны ҡышҡы тылсымсының резиденцияһына ебәрә. Был осорҙа кешеләр яҡындарын ҡотларға, бер-береһенә йылы һүҙҙәрен еткерергә тырыша. Шуға был көндәрҙә почтала хаттар һәм открыткалар күп», тине Рәсәй Почтаһының төбәк идаралығы директоры Ленард Шафиҡов.

https://www.bashinform.ru/news/social/2025-12-02/novogodnyaya-pochta-zhiteli-bashkirii-mogut-napisat-pismo-dedu-morozu-4489691

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика