

Башҡортостандың баш ҡалаһында шыршы баҙарҙары 15 декабрҙән эшләй башлай. Был хаҡта Өфө мэры Ратмир Мәүлиев хәбәр итте.
Дим районында — «Алтын» сауҙа үҙәге, Киров районында — «Кувыкин» сауҙа үҙәге янында, Совет районында — «Экватор» сауҙа үҙәге ҡаршыһында һәм Һалле туҡталышында, Ленин районында — «Йылға аръяғы» сауҙа-сервис комплексы ҡаршыһында һәм Ғафури-Пушкин киҫелешендә, Орджоникидзе районында — «Йүрүҙән» сауҙа үҙәге алдындағы майҙанда, Октябрьскийҙа «Гагарин» сауҙа-сервис комплексы, Спорт һарайы эргәһендә һәм Тәүге уҡытыусы скверы янында, Спорт туҡталышының йоп яғында, Рәсәй һәм Кольск урамдары киҫелешендә, шулай уҡ «Корсо» сауҙа-сервис комплексы янында.
Баҙарҙар 31 декабргә тиклем эшләй.
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.
Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.
18+ запрещено для детей.