Башҡортостанда күп балалы ата-әсәләргә бушлай юридик ярҙам алыу хоҡуғын биргән закон ҡабул ителде. Шарттары шундай: уларҙың кәмендә өс балаһы булырға тейеш, ярҙам өлкән ҡыҙына йәки өлкән улына 18 йәш, йәки, көндөҙгө бүлектә уҡыһалар, 23 йәш тулғансы күрһәтелә.
Ишле ғаиләләр бындай ярҙам менән торлаҡ хоҡуҡтарын яҡлау өсөн, эш биреүсе менән бәхәстәрҙә, пенсия һәм пособие мәсьәләләрен хәл иткәндә һәм башҡа проблемалар килеп тыуған осраҡта файҙаланырға мөмкин.
Хәбәр иткәнебеҙсә, Башҡортостанда күп балалы ғаиләләр өсөн махсус байрам булдырылды. Уны 21 декабрҙә билдәләйҙәр.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.