Рәсәй Социаль фонды бөгөндән биш һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән әсәйҙәрҙән пенсияны ҡайтанан иҫәпләүгә ғаризалар ҡабул итә башланы. Яңы ҡағиҙәләргә ярашлы, 2026 йылдан күп балалы әсәйҙәргә пенсия юллағанда бөтә балалар, шул иҫәптән ғаиләләге бишенсе, алтынсы һәм артабанғы балалар ҙа иҫәпкә алына.
Был үҙгәрештәр 2026 йылдан хаҡлы ялға сыға башлаған ҡатын-ҡыҙҙарға ғына түгел, пенсия алғандар ла ҡағыла. Социаль фондта пенсияны ҡайтанан иҫәпләү тураһында ғаризалар ҡабул ителә.
Ғаризаны әле үк йәшәгән урын буйынса Социаль фондтың филиалында һәм Дәүләт хеҙмәттәре порталында бирергә мөмкин. Ғаризаға балалар тураһында мәғлүмәттәр, мәҫәлән, тыуыу тураһында таныҡлыҡтың һанлы күсермәһен тапшырырға була.
Күп балалы әсәләр арттырылған түләүҙәрҙе яңы йылдан ала башлай. Декабрҙә бирелгән ғаризалар буйынса страховка пенсияһы ғинуарҙан ҡабаттан иҫәпләнә.