Әсә көнөндә Башҡортостанда 43 ҡатын-ҡыҙ әсә булған. Был хаҡта 30 ноябрҙә республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин хәбәр итте.
Уның һүҙҙәренсә, кисә республиканың бала табыу йорттарында 22 малай һәм 21 ҡыҙ тыуған.
Министр бәхетле ғаиләләрҙе балалар тыуыуы менән ҡотланы.
Бынан алдараҡ Өфөлә ишле балалы ғаиләләрҙе һәм Рәсәй Геройҙарының әсәләре тәбрикләнде.