

Өфө мэры Ратмир Мәүлиев ошондай йөкләмә бирҙе. Уның һүҙҙәренсә, хәҙер урында паровоз ҡуйыу эштәре алып барыла. Нигеҙе, шпалдар һәм рельстар һалынған. Поездың айырым элементтарын ҡуйыу башланған, уны декабрь башына тамамларға тейештәр. Тимер юл составы, шул иҫәптән локомотив, интерактив булыр тип планлаштырыла. Өфөләр һәм ҡала ҡунаҡтары машинист кабинаһына инеп, иҫтәлеккә фотоға төшә ала.
«Өфө – хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» стелаһының тирә-яғын күркәмләндереү эшен дауам итәбеҙ. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында өфөләрҙең хеҙмәт батырлығы менән таныштырыу өсөн асыҡ һауала музей булдырабыҙ. Дөйөм Еңеүгә тос өлөш индергән Башҡортостан нефте, Өфө авиация двигателдәре, бронепоездар, станоктар хаҡында хәтер. Беҙ башҡарған ғәмәлдәр балаларыбыҙға атай-олатайҙарыбыҙ ҡаһарманлығы тураһында белергә ярҙам итер һәм уларҙа тыуған ҡалабыҙ, Ватаныбыҙ өсөн ғорурлыҡ тойғоһо тәрбиәләр тип ышанабыҙ», — тине Ратмир Мәүлиев.
https://www.bashinform.ru/news/social/2025-11-27/v-ufe-poyavitsya-muzey-pod-otkrytom-nebom-4484340
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.