Рәсәй президенты Владимир Путин яңы байрам – Рәсәй фельдъегер элемтәһе көнөн булдырыу тураһында указға ҡул ҡуйған. Документты өйрәнгәндән һуң «Башинформ»ға билдәле булыуынса, уны 17 декабрҙә билдәләйҙәр.
Дата тарихи традицияларҙы һаҡлау һәм үҫтереү, федераль фельдъегер элемтәһе органдарында хеҙмәт итеүҙең абруйын күтәреү өсөн булдырылған.
Фельдъегер элемтәһе – мөһим һәм йәшерен документтар тапшырыу өсөн айырым элемтә системаһы, уны махсус хәрби хеҙмәткәрҙәр йәки хөкүмәт курьерҙары тормошҡа ашыра. Рәсәйҙә был функцияны Дәүләт фельдъегер хеҙмәте башҡара.
Бынан алдараҡ «Башинформ» Башҡортостанда яңы һөнәри байрам – Дәүләт, муниципаль һәм корпоратив һатып алыуҙар өлкәһе хеҙмәткәрҙәре көнө булдырылыуы хаҡында яҙғайны. Ул 5 апрелдә билдәләнә. Закон проектын Дәүләт Йыйылышы депутаттары беренсе уҡыуҙа хупланы.
https://www.bashinform.ru/news/social/2025-11-26/v-rossii-poyavilsya-novyy-prazdnik-4482064