Һүҙ биш һәм унан күберәк бәлиғ булмаған балалы ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән 14 йәшкә тиклемге балалар хаҡында бара. 2025 йылда 20 мең самаһы баланы татлы сюрприздар көтә. Уларҙы 15 декабрҙән һуң «Ғаилә» үҙәктәре һәм социаль ярҙам учреждениелары белгестәре тапшыра. Тәрбиәгә алған һәм опекун ғаиләләрҙәге етемдәр өсөн дә бүләктәр бар.
Бынан тыш, Донецк, Луганск, Херсон, Запорожье һәм Украинаның айырым территорияларынан, шулай уҡ Сүриә Ғәрәп Республикаһынан килгән һәм республиканың ваҡытлыса тороу пункттарында йәшәгән кешеләрҙең балаларына яңы йыл бүләктәре әҙерләнгән.
Бынан алдараҡ Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яңы йыл байрамдарында инвалид балаларға айырым иғтибар бүлергә ҡушты.
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.
Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.
18+ запрещено для детей.