Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.05
+0.83
92.66
+0.67
62.51
+0.52
-7 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Ноябрь 2025, 09:10

2026 йылда республика халҡын туғыҙ ҡыҫҡа эш аҙнаһы көтә

Валерий Шахов / «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Фото: Валерий Шахов / «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

2026 йылда Башҡортостанда туғыҙ ҡыҫҡа эш аҙнаһы көтөлә. Уларҙың етәүһе Рәсәй кимәлендәге байрамдар менән бәйле.

Февралдә Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан 21-нән 23-өнә тиклем ял итәбеҙ. Артабан март айында ҡыҫҡа эш аҙнаһы, 10 марттан 13-өнә тиклем эшләйбеҙ, һуңынан апрелдә, май байрамдары алдынан, 27-һенән 30-ына ҡәҙәр, шулай уҡ 12 майҙан 15-енә һәм 8 июндән 11-енә тиклем эшләргә тура килә.

4 ноябрь һәм 31 декабрь – ял көндәре, шуға күрә ноябрҙә Рәсәйҙә эш аҙнаһы ике өлөшкә бүленә, ул дүрт көн генә була, ә декабрҙең һуңғы аҙнаһында өс көн эшләйбеҙ.

Шулай уҡ Башҡортостан халҡын йома, 20 мартта, Ураҙа байрамы уңайынан өҫтәмә ял көтә. Тимәк, эш аҙнаһы дүрт көн, 16 марттан 19-ына тиклем генә.

27 майҙа иһә Ҡорбан байрамы уңайынан өҫтәмә ял көнө, шуға эш аҙнаһы ике өлөшкә бүленеүе ихтимал.

https://www.bashinform.ru/news/social/2025-11-25/zhiteley-bashkirii-v-2026-godu-zhdut-devyat-sokraschyonnyh-rabochih-nedel-4480214

Автор: Ләйсән Закирова
Читайте нас