Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
0
91.84
0
62.51
+0.52
-18 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Ноябрь 2025, 17:02

Декабрҙә Өфөлә халыҡ-ара бизнес аҙналығы үткәрелә

Форумдың төп темалары – иҡтисад, экспорт, инновациялар һәм инвестициялар.

матбуғат хеҙмәте / Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр министрлығы
Фото: матбуғат хеҙмәте / Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр министрлығы

Өфөлә 3-5 декабрҙә Конгресс-холда XVIII Халыҡ-ара бизнес аҙналығы үткәрелә. Сараның эшлекле программаһы иҡтисад, экспорт, инновациялар һәм инвестициялар кеүек өлкәләрҙә партнерлыҡты киңәйтеү мәсьәләләренә арнала.

Ҡатнашыусылар һәм ҡунаҡтар пленар ултырыштар, түңәрәк өҫтәлдәр, тармаҡ секциялары, шулай уҡ b2b контакттар биржаһы форматында бизнес-мөхитте үҫтереүҙең ағымдағы шарттарын һәм перспективаларын тикшерә.

Башҡортостан хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, форумда Рәсәйҙең Юристар ассоциацияһы ултырышы, ҡаҙаныштар һәм инновацион ҡарарҙар күргәҙмәһе, B2B һөйләшеүҙәр, «Йыл эшҡыуары 2025», «Бизнесты яҡлау», «Йыл юрисы» һәм «Йыл экспортеры» һөнәри конкурстары еңеүселәрен бүләкләү тантаналары көтөлә.

https://www.bashinform.ru/news/social/2025-11-21/v-ufe-v-dekabre-proydyot-mezhdunarodnaya-nedelya-biznesa-4476768

Автор: Элина Әхмәтова
Читайте нас