Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.23
+1.16
91.98
+0.6
62.51
+0.52
-7 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Ноябрь 2025, 13:39

25 декабрҙә Өфөлә Ҡыш Бабай резиденцияһы асыла

матбуғат хеҙмәте / Өфө хакимиәте
Фото: матбуғат хеҙмәте / Өфө хакимиәте

25 декабрҙә Өфөлә өсөнсө йыл рәттән «Азимут» ҡунаҡханаһы алдында Ҡыш бабай резиденцияһы асыла. Был турала баш ҡала хакимиәтендә белдерҙеләр. 

Шул уҡ көндө киске сәғәт 5-тә Ленин исемендәге майҙанда ҡала шыршыһы уттарын ҡабыҙыу тантанаһы була.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, былтыр төп яңы йыл геройының резиденцияһы 12 ғинуарға тиклем эшләне. Байрам осоронда уға бөтәһе 165 мең кеше килде.

https://www.bashinform.ru/news/social/2025-11-21/v-ufe-rezidentsiya-deda-moroza-otkroetsya-25-dekabrya-4476853

Автор: Ләйсән Закирова
Читайте нас