11 ноябрҙә республика етәксеһе Радий Хәбиров менән Тура бәйләнештән һуң Башҡортостан халҡының 1078 мәсьәләһе хәл ителгән. Был хаҡта Республикаға идара итеү үҙәгендә белдерҙеләр.
Улар араһында – Архангел районындағы Өфө-Инйәр-Белорет трассаһында соҡорҙарҙы ремонтлау, Ҡалтасы районы Күтәрем ауылының Нефтселәр урамында юлдарҙы грейдер менән тигеҙләү һәм Балаҡатай районының Түбәнге Үтәш ауылында урамдарҙы яҡтыртыу.
Республика етәксеһе менән тура бәйләнешкә бөтәһе 9,6 меңгә яҡын мөрәжәғәт килгән. Халыҡты иң ҡыҙыҡһындырған тема – юлдар.