Шаршамбы, 15 Апрель 2026
|
Өфө
+17 °С
04:05 (UTC+5), 20 Ноябрь 2025

Герой-әсәләр Рәсәй һәм хеҙмәт геройҙарына тиң хоҡуҡҡа эйә була

«Герой-әсә» исеменә лайыҡ булған ҡатын-ҡыҙҙарға өҫтәмә ярҙам саралары тураһында закондар ҡабул ителде.

Ҡорманаевтар ғаиләһе
Фото: социаль селтәрҙәр / Радий Хәбиров
Гөлфиә Акулова

Дәүләт Думаһы «Герой-әсә» исеменә лайыҡ булған ҡатын-ҡыҙҙарға социаль гарантиялар тураһында закондар ҡабул итте. Хәҙер улар Рәсәй һәм хеҙмәт геройҙары кеүек социаль өҫтөнлөктәр менән файҙалана ала. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Герой-әсә» исеме 10 һәм унан күберәк бала табып, тәрбиәләп үҫтергән ҡатын-ҡыҙҙарға бирелә.

Социаль гарантияларға сираттан тыш медицина ярҙамы күрһәтеү, торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙән азат итеү, бушлай ер участкаһы алыу хоҡуғы, эшкә урынлашыу һәм бушлай һөнәри белем алыу өсөн өҫтәмә мөмкинлектәр һәм башҡалар инә.

Льготалар урынына ҡатын-ҡыҙҙар айлыҡ түләүҙе һайлай ала – 72 403 һум, ул йыл һайын индексациялана.

Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, республикала 10 ҡатын-ҡыҙ «Герой-әсә» исеменә лайыҡ булған. 

https://www.bashinform.ru/news/social/2025-11-20/materi-geroini-poluchili-ravnye-prava-s-geroyami-rossii-i-truda-4474192

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Электрон почта
inf@bashinform.ru
Адресы
450077, Уфа, Кирова, 45
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Ҡабул итеү бүлмәһе
(347) 250-05-07
Хеҙмәттәшлек
(347) 250-06-14
Кадрҙар бүлеге
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика