30 ғинуарҙа Өфөлә республика студенттары һәм йәштәре өсөн #Өйҙә фестивале уҙғарыла. Был хаҡта Башҡортостандың йәштәр сәйәсәте министры Вито Сабиров белдерҙе.
Бөгөн студенттар фестиваленә теркәлеү башланды. Сара Көрәш һарайында ойошторола.
«Фестиваль студенттар көнөнә арнала. Республика колледждары һәм юғары уҡыу йорттары студенттарын, шулай уҡ илдең башҡа вуздарында уҡыған яҡташтарыбыҙҙы көтәбеҙ», — тип билдәләне Вито Сабиров.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, былтыр #Өйҙә республика, Рәсәйҙең 16 төбәге, шулай уҡ Ҡытай һәм АҠШ-тың урта махсус һәм юғары уҡыу йорттарынан 2 меңдән ашыу студент ҡатнашты.