Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.23
0
91.98
0
62.51
+0.52
-8 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Ноябрь 2025, 13:13

Радий Хәбиров «Мин – киләсәк педагогы» слётында ҡатнашыусылар менән осрашты

Сара Евразия ғилми-белем биреү үҙәге вуз-ара студенттар кампусының Геном үҙәгендә үтте.

Олег Яровиков / «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Фото: Олег Яровиков / «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

18 ноябрҙә Өфөлә Радий Хәбиров педагогия белгеслектәренең сығарылыш курстары студенттары һәм йәш уҡытыусылар, «Мин — киләсәк педагогы» слётында ҡатнашыусылар менән осрашты.

Башҡортостанда белем биреү сифатын күтәреүгә, уҡытыусылар һәм уҡыусылар өсөн уңайлы шарттар булдырыуға ҙур иғтибар бүленә, тип билдәләне республика етәксеһе. Ҡалаларҙа һәм райондарҙа яңы заманса мәктәптәр төҙөлә, уҡыу кластары, спорт залдары яңыртыла. Республикала 30 меңдән ашыу уҡытыусы эшләй, тармаҡҡа йәш белгестәр йәлеп ителә. БДИ-ла йөҙ балл алыусылар, олимпиада еңеүселәренең артыуы республикала белем биреүҙең сифаты тураһында һөйләй.

«Уҡытыусы һөнәре – ҡатмарлы һәм абруйлы һөнәрҙәрҙең береһе, — тине Радий Хәбиров. — Тиҙҙән һеҙ мәктәптәргә килеп, үҫеп килгән быуынды тәрбиәләй башларһығыҙ. Шуға күрә бөгөнгө осрашыуҙа беҙ һеҙҙең өсөн мәғариф системаһына файҙалы экскурс яһарға һәм һеҙҙе борсоған темаларҙы тикшерергә теләйбеҙ».

Осрашыуҙа студенттар һәм йәш уҡытыусылар республика етәксеһенең инклюзив уҡытыуға һәм киләсәк мәктәбе образына ҡарашы, педагог һөнәренең абруйын күтәреү, яңы белгестәргә дәүләт ярҙамы саралары менән ҡыҙыҡһынды.

Благовещен педагогы һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән тәрбиәләнеүселәр өсөн «Йылмайыу» балалар баҡсаһының яңы бинаһы төҙөлөшө тураһында һораны. Республика Башлығы һүҙҙәренсә, проект бойомға ашырыу стадияһында, әҙерлек эштәре башланған, финанслау сығанағы бар.

Һуңынан Радий Хәбиров ҡыҙыҡлы әңгәмә өсөн йәштәргә рәхмәт белдерҙе, профессиональ уңыштар теләне һәм Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы.

https://www.bashinform.ru/news/social/2025-11-18/radiy-habirov-vstretilsya-s-uchastnikami-slyota-ya-pedagog-buduschego-4472469

Автор: Гөлфиә Акулова
Читайте нас