Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
+0.96
91.84
+1.05
62.51
+0.52
-8 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Ноябрь 2025, 17:33

Гүзәл Насирова Башҡортостандың Ҡатын-ҡыҙҙар союзы рәйесе итеп һайланды

Гүзәл Насирова/ телеграм
Фото: Гүзәл Насирова/ телеграм

Иглин районы хакимиәте башлығы Гүзәл Насирова Башҡортостандың Ҡатын-ҡыҙҙар союзы рәйесе итеп һайланды. Был хаҡта ул үҙенең телеграм-каналында хәбәр итте.

«Бөгөн минең тормошомда тағы бер бүлек башланды – мине Башҡортостандың Ҡатын-ҡыҙҙар союзы рәйесе итеп һайланылар. Иглин районы башлығы вазифаһында көн һайын социаль мәсьәләләрҙе хәл итеү, ғаиләләрҙең йәшәү сифатын яҡшыртыу, әсәлеккә һәм балалыҡҡа ярҙам итеү өҫтөндә эшләйбеҙ. Хәҙер республика кимәлендәге мөһим бурыстар көтә. Беләм, беҙҙең сафта — бер-беребеҙгә ярҙам итергә әҙер бик күп талантлы ҡатын-ҡыҙ, беҙҙең көсөбөҙ – берҙәмлектә», — тип билдәләне Насирова.

Башҡортостан Ҡатын-ҡыҙҙар союзының элекке рәйесе Рәшиҙә Солтанова 28 йыл ошо вазифаны биләне. Ошо йылдар эсендә Ҡатын-ҡыҙҙар союзы әйҙәүсе көскә әүерелде, тип билдәләне Гүзәл Насирова һәм уға эше өсөн рәхмәт белдерҙе.

https://www.bashinform.ru/news/social/2025-11-19/soyuz-zhenschin-bashkirii-vozglavila-gyuzel-nasyrova-4473874

Читайте нас