Среда, 15 Апреля 2026
|
Уфа
+11 °С
12:09 (UTC+5), 19 Ноября 2025

Өфөлә етем студенттар өсөн стипендия күләме артты

Фото: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы / архив
Инсаф Хужабиргәнов

Өфөлә етем студенттар өсөн ҡала хакимиәте башлығы стипендияһы күләме артты. Мэрияла уҙған оператив кәңәшмәлә опека һәм попечителлек идаралығы етәксеһе Илнара Сатаева белдереүенсә, быйыл 9 студентҡа исемле стипендия түләнә. 

«Ҡала хакимиәте башлығы стипендияһы етемдәргә һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларға ярҙам сараларының береһе булып тора. 2014 йылдан 2025 йылға тиклем уны 54 студент алды. Быйылғы уҡыу йылында стипендиялар күләме артты. Эшсе һөнәрҙәр һайлаған студенттарға — 2000 һум, колледж студенттарына — 2500 һум, юғары уҡыу йорттары студенттарына 3000 һум тәшкил итә», — тине Илнара Сатаева.

Сатаева әйтеүенсә, 18 йәшкә тиклемге етем балаларға ярҙам күрһәтелә. Мессенджерҙарҙа аралашыу өсөн төркөмдәр асылған, унда етемдәр ҙә индерелгән. Шулай уҡ «Сығарылыш уҡыусыһы өсөн белешмә» сайты булдырылған, унда ҡатнашыусылар һорау бирә, үҙ хоҡуҡтары һәм файҙалы кәңәштәр менән таныша ала.

«Өфө вуздарында һәм колледждарында 1520-гә яҡын етем бала белем ала. Опекундары булмаған 18 йәшкә тиклемге 29 үҫмергә ярҙам итеү ойошторолған. Уларҙың 30% самаһы республика райондарынан килгән. Үҫмерҙәргә мегаполисҡа күсенеү ауырғараҡ тура килә. Интернаттан һуң ярҙам күрһәтеү балаларҙы оло тормошҡа әҙерләүгә, социаль мөхиткә яраҡлаштырыуға йүнәлтелгән», — тип билдәләне ул.

https://www.bashinform.ru/news/social/2025-11-19/v-ufe-vyros-razmer-stipendii-dlya-studentov-sirot-4473643

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Эл. почта
inf@bashinform.ru
Адрес
450077, Уфа, Кирова, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Приемная
(347) 250-05-07
Сотрудничество
(347) 250-06-14
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика