Дәүләкән районынан Хәҙисә Буранғолова быуат сиген үтте. Йөҙйәшәр инәй юбилейын үҙенең ғаиләһе менән билдәләне. Муниципалитет етәксеһе Илгиз Мөхәмәтйәнов яҡташыбыҙға Рәсәй Президентынан һәм Башҡортостан Башлығынан ҡотлау хаттарын тапшырҙы.
Хәҙисә Буранғолова – Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы Йәмлихан Буранғоловтың тол ҡатыны. 50-се йылдарҙа ул Айыухан мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй, ә һуңынан Раев ауылында сирек быуатҡа яҡын почта бүлексәһе мөдире була. Тормош иптәше менән өс бала тәрбиәләп үҫтерә. Йәмлихан Мәүлийәр улы 1962 йылда баҡыйлыҡҡа күсә. Хәҙисә инәй әле лә аралашыусан, әүҙем, телевизор ҡарай һәм урындағы матбуғатты уҡый.