Күмертау ҡалаһынан ветеран-блокадасы Анатолий Белов 95 йәшлек юбилейын билдәләне. Уны ҡала мэры Олег Астахов һәм ҡала советы рәйесе Евгений Оськин ғүмер байрамы менән тәбрикләне.
Анатолий Георгиевич – үҙ иленең патриоты. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, ул әүҙем тормош алып бара, ҡала тормошонда ҡатнаша, махсус операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итә.
«Анатолий Георгиевич һәм уның ҡатыны Лидия Васильевна пенсияһының күп өлөшөн СВО-ға ярҙам күрһәтеү өсөн тотона. Беловтарҙың ҡала үҫешенә индергән өлөшө баһалап бөткөһөҙ һәм Ватанды яратыуҙың сағыу өлгөһө булып тора. Ветеран менән һәр осрашыу бик ҡәҙерле», — тип билдәләне Олег Астахов.